“Бөгөн ғаиләне яҡлау саралары сиктәрендә әҙерләнгән яңы тәҡдимдәр тураһында әйтергә теләр инем.
Беренсенән, бала тыуыу һәм уны тәрбиәләү ғаилә өсөн хәйерселек, йәшәү кимәленең ҡапыл түбәнәйеү күрһәткесе булмаһын ине. Һеҙ беренсе һәм икенсе бала тыуғас, йәш ярымға тиклем түләүҙәр билдәләнеүе тураһында хәбәрҙарһығыҙ. Тәүге сабыйға аҡса федераль бюджеттан түләнә, икенсеһен Әсәләк капиталы аҡсаһынан алыу мөмкинлеге ҡаралған.
Был сумма Федерация субъектындағы йәшәү минимумы кимәленә бәйле.
(РФ Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһенән)
Башҡортостанда яңы тыуған сабыйға бүләк йыйылмаһы хаҡы 1180 һумдан 1600 һумға күтәрелде. Бүләк комплектына 6 предмет индерелгән. Быға тиклемгеһе алты йыл элек ҡабул ителгән ине. Сираттағы үҙгәреш НДС һәм тауарға хаҡ күтәрелеүгә бәйле, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре.