ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Март 2019, 12:29

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килем балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған (2018 йылдың 24 декабренә 8975 һум) күп балалы ғаиләләр өсөн 2018 һәм 2019 йылдарҙа өсөнсө йәки унан һуңғы тыуған һәр балаға, өс йәше тулғансы, ай һайын 8993 һум күләмендә аҡса түләнә.

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килем балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған (2018 йылдың 24 декабренә 8975 һум) күп балалы ғаиләләр өсөн 2018 һәм 2019 йылдарҙа өсөнсө йәки унан һуңғы тыуған һәр балаға, өс йәше тулғансы, ай һайын 8993 һум күләмендә аҡса түләнә.
Бала тыуғас, алты айҙан һуңға ҡалмай мөрәжәғәт иткән осраҡта айлыҡ аҡсалата түләү (артабан ЕДВ) тәүге айҙан башлап 12 айға тәғәйенләнә. Алты айҙан һуң ғариза яҙғанда үткән осор өсөн, әммә мөрәжәғәт иткән айҙан алты айҙан һуңға ҡалмай түләнә.
ЕДВ алыу өсөн түбәндәге документтар менән ғариза яҙырға:
- атай-әсәйҙең шәхесен раҫлаған документ;
- балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы;
- ғариза биреүсенең никах тураһында таныҡлығы;
- ғариза биреүсенең һәм ғаилә ағзаларының ғариза биргән айға тиклемге өс календарь айға килеме тураһында белешмә;
- бөтә ғаилә ағзаларының СНИЛС һәм ИНН;
- ауылда йәшәгән граждандар өсөн ер участкаһы күләме йәки уның юҡлығы тураһында мәғлүмәт.
Әгәр атай-әсәйҙең береһе бала өсөн айлыҡ пособие алһа, ЕДВ документтар йыймай ғына ғариза буйынса тәғәйенләнә. 12 ай үткәс, айлыҡ түләүгә хоҡуҡ документтар менән раҫланған мәғлүмәт нигеҙендә билдәләнә.
Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлтәбеҙ: пособиены оҙайтыу өсөн мөрәжәғәт иткәндә, ул ғариза яҙған айҙан түләнә.
Күп балалы аҙ килемле ғаиләләргә 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған балаларға түләү тәртибе элеккесә ҡалды.
1,5 йәш тулғас, 3 йәшкә тиклем ЕДВ 3000 һум күләмендә тәғәйенләнә.
Айлыҡ түләү тәғәйенләү мәсьәләһе менән Мәләүез ҡалаһы, Ленин урамы, 142 (9-сы бүлмә) адресы буйынса район-ҡала халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына, дәүләт хеҙмәте порталы аша һәм күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.
8(34764) 3-25-33 телефонынан ҡабул итеүгә алдан яҙылырға була.
Белешмә өсөн телефон: 8 (34764) 3-75-16.
Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалы.
Читайте нас: