Конгэк
-15 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Март 2019, 12:43

Ололарға иғтибар арта

Ауыл хужалығында 30 йыл стажы булған эшләмәгән пенсионерҙарға страховка пенсияһына өҫтәмә 1 ғинуарҙан 25 процентҡа артыуы тураһында хәбәр ителгәйне. Яңынан иҫәпләү һөҙөмтәһендә райондың 883 эшләмәгән пенсионерына 1333 һум 55 тин өҫтәп түләнде. III төркөм инвалидлыҡ буйынса пенсия алғандарҙыҡы 667 һумға артты. 25 процент өҫтәмә 1 ғинуарҙан билдәләнгән 5334,19 һум түләү күләменән сығып иҫәпләнде.

Өҫтәмәгә түбәндәге өс шартҡа тура килгәндәрҙең хоҡуғы бар:
- ауыл хужалығындағы эш стажы 30 йылдан кәм булмаһа;
- ауыл ерендә йәшәһә;
- пенсионер эшләмәһә.
Ауыл пенсионерҙарына пенсияны яңынан иҫәпләү дауам итә. Утыҙ йыллыҡ эш стажы хеҙмәт кенәгәһендә тейешле яҙма менән раҫланмаған пенсионерҙар өҫтәмә алыу өсөн Пенсия фондының район-ҡала идаралығына тейешле документ менән мөрәжәғәт итә ала. 2019 йыл аҙағына тиклем ғариза бирелһә, быйылғы йыл башынан түләнә. Һуңыраҡ булһа, пенсия мөрәжәғәт иткәндән һуң икенсе айынан арттырыла.
Өҫтәмәгә хоҡуҡ биргән стажға колхозда, совхозда һәм башҡа ауыл хужалығы ойошмаларында үҫемлекселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡта эшләгән йылдар инә.
Рәсәй Хөкүмәтенең 2018 йылдың 29 ноябрендәге 1440-сы ҡарары менән раҫланған Эш, етештереү төрө, һөнәрҙәр, вазифалар исемлеге, түләү тәртибе менән Рәсәй Хөкүмәтенең http://static.government.ru/media/files/YHfXi6WCOOHhgeXLhrI6ektvJQTDaTGW.pdf сайтында, шулай уҡ Пенсия фондының район-ҡала идаралығы клиент хеҙмәтендә танышырға мөмкин.
Елена МЯЧИНА,
идаралыҡ начальнигы.

Читайте нас: