Был көндә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә татыу һәм өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнә, тантаналы кисәләр уҙа. Яңы Ғаилә байрамының иҫтәлекле миҙалы ла бар. Ул “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тип атала. Ғаилә - мөһим социаль берәмек һәм уны ҡануниәт яҡлай. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 38-се статьяһында “Әсәлек, балалыҡ һәм ғаиләне дәүләт яҡлай. Балалар тураһында хәстәрлек күреү, уларҙы тәрбиәләү - ата-әсәләрҙең тигеҙ хоҡуғы һәм бурысы. 18 йәшкә еткән балалар хеҙмәткә һәләтен юғалтҡан ата-әсәләрен ҡайғыртырға бурыслы”, - тиелә.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Рәсәйҙә 8 июль билдәләнә. Был фекер бер-нисә йыл элек Муром ҡалаһында тыуа. Тап ошо ҡалала, христиан никахы яҡлаусылары, Петр һәм Феврония ерләнгән. Яңы ғаилә байрамының символы – аҡ сәскә. Бик наҙлы һәм матур символ. Боронғо славяндарҙа ул 7 изге үҫемлектәрҙең береһенән һанала.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе, ысын күңелдән, ғаилә көнө менән ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙ һәр ваҡыт имен торһон, йортоғоҙҙа мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм итһен. Бәхет бер ҡасан да һеҙҙе һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ташлап китмәһен. Байрам менән!