Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Июль 2019, 18:10

Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәйек

Ҡала транспортында йыш йөрөргә тура килә. Төрлө кешеләр менән осрашаһың, ҡайһы саҡта иҫ китерлек хәлдәргә тап булаһың. Бөгөн, мәҫәлән, водителдең аһ-зарын тыңларға тура килде. Уның һөйләгәндәрен һеҙҙең менән уртаҡлашырға булдым.

Ҡала транспортында йыш йөрөргә тура килә. Төрлө кешеләр менән осрашаһың, ҡайһы саҡта иҫ китерлек хәлдәргә тап булаһың. Бөгөн, мәҫәлән, водителдең аһ-зарын тыңларға тура килде. Уның һөйләгәндәрен һеҙҙең менән уртаҡлашырға булдым.
- Мин автобус водителе булып эшләйем. Үҙемде борсоған мәсьәләләр буйынса гәзит аша пассажирҙарға өндәшәм: әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә мәрхәмәтлерәк булайыҡ! Яңыраҡ салонға йәш егеттәр килеп инде, ҡарап тороуға үҙҙәрен арыу, ипле тоталар. Аҙаҡтан салонды ҡараһам, иҙәндә буш һыра баллоны ята, күпмелер өлөшө түгелгән. Аҙаҡтан, сепрәк тотоп, улар артынан иҙән йыуып, мин йөрөйөм.
Яңыраҡ бер ханым креслоға кемдер йәбештереп киткән һағыҙ менән салбарын бысратҡан. Һуң ултырыр алдынан башта урынды ҡараһағыҙ була бит!
Өсөнсө осраҡ мине сығарымдан сығарҙы. “Башавтотранс” йәмғиәте автобустарында йөрөүе уңайлы, әлбиттә, транспорт картаһы менән бигерәк тә. Мәктәп йәшендәге 3 балаһын эйәртеп килеп ингән пассажир һәммәһен дә бушлай йөрөтөү мөмкинлеге бар тип тауыш ҡуптарҙы. Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе булған хәлдә, күп балалылар уларҙың берһен генә үҙе менән бушлай үткәрә ала, ҡалғандарына 7 йәшкә тиклем 50 процент ташлама менән билет алырға тейеш. Ә ул миңә үҙенекен тыҡый! Исмаһам, бер генә пассажир мине яҡлаһасы. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: артабан мин ниндәй кәйеф менән автобус йөрөтөргә тейеш? Бер таныш ҡатын : “Үҙемде әллә нисә һынағаным бар: насар кәйефтә машина йөрөтөргә тура килһә, аварияға осрамай ҡуймайым”, - тип һөйләп торҙо. Белегегеҙ килһә, насар кәйефтә машинаға яҡын барырға ярамай. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙең кәйефен ҡырмайыҡ!
Читайте нас: