ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Июль 2019, 17:11

ВИЧ-ҡа ҡаршы көрәш

ВИЧ-инфекцияһы, СПИД тураһында бер ни ҙә белмәгән кешеләр ҙә осрай. Был ауырыу тураһында бик күп яҙылһа, күрһәтелһә лә, кемдәрҙер бөтөнләй мәғлүмәтһеҙ ҡала.

ВИЧ-инфекцияһы, СПИД тураһында бер ни ҙә белмәгән кешеләр ҙә осрай. Был ауырыу тураһында бик күп яҙылһа, күрһәтелһә лә, кемдәрҙер бөтөнләй мәғлүмәтһеҙ ҡала.
ВИЧ-инфекцияға дусар булыуын кеше нисек белә ала? Әлбиттә, ҡан анализы тапшырып.
Табиптар тән температураһының сәбәпһеҙ һәм йыш күтәрелеүен, инфекция сирҙәренә йыш дусар булыу, эс китеү, ябығыу, тәнгә сабыртамалар сығыуҙы ВИЧ-инфекцияның билдәһе булыуы ихтимал, тигән фекерҙә.
ВИЧ-инфекцияһын тикшергән, өйрәнгән, унан тулыһынса дауаланыу юлын эҙләгән ғалимдар “СПИД - ҡурҡыныс, әммә өмөтһөҙ сир түгел”, - ти. Шуға күрә һәр кемдең үҙе тураһында хәстәрлек күреп, сәләмәтлеген ҡайғыртыуы, ваҡытында медицина тикшереүҙәрен үтеүе быуат афәтенән ҡотҡарып ҡала ала.
Рәсәйҙең 35 төбәгендә ВИЧ менән ауырыусылар һаны арттыуы күҙәтелә. Уҙған йыл күрһәткесенә ярашлы, ауырыу Иркутск өлкәһендә тиҙ темпта таралған. Бында халыҡтың 1,8 проценты инфекция йөрөтөүсе, йәғни 100 мең халыҡҡа 1814 кеше тура килә. Свердловск өлкәһендә лә 100 мең кешенең 1804-е ауырый, Кемеровта күрһәткес - 1796.
Был һандар дөйөм Рәсәй күрһәткесенән юғары. Илдә һуңғы өс йылда күрһәткес 40 процентҡа күтәрелгән. Ауырыусыларҙың 70 проценты - 30 йәштән 50 йәшкә тиклемге хеҙмәткә яраҡлы граждандар.
Читайте нас: