Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Июль 2019, 20:22

Хөкөм итергә ашыҡмайыҡ

“Көслө дауыл карапты диңгеҙ төбөнә һөйрәй. Ирле-ҡатынлы шлюпкаға көс-хәл менән килеп етә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер генә урынлыҡ була. Ир, ҡатынын даръя уртаһында ҡалдырып, кәмәгә менеп ултыра ла ярға табан йөҙә. Һыу аҫтына китер алдынан ҡатыны уға һуңғы һүҙҙәрен ҡысҡыра...”

“Көслө дауыл карапты диңгеҙ төбөнә һөйрәй. Ирле-ҡатынлы шлюпкаға көс-хәл менән килеп етә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер генә урынлыҡ була. Ир, ҡатынын даръя уртаһында ҡалдырып, кәмәгә менеп ултыра ла ярға табан йөҙә. Һыу аҫтына китер алдынан ҡатыны уға һуңғы һүҙҙәрен ҡысҡыра...” - әҙәбиәт уҡытыусыһы быйылғы беренсе дәресен шулай тип башланы.
Ошо урында туҡтап, ул уҡыусыларынан һорай:
- Ҡатындың һуңғы һүҙҙәре ниндәй булған тип уйлайһығыҙ?
Балалар кемуҙарҙан үҙенең фекерен әйтә:
- “Мин һине күралмайым!”
- “Эх, ниндәй һуҡыр булғанмын мин! “- яуаптарҙың бөтәһе лә ошо юҫыҡта була.
Бер үҫмерҙең генә өндәшмәй ҡалыуын күреп, уҡытыусы:
- Ә һин нисек уйлайһың?
- “Балабыҙҙы кеше ит!” тип әйткәндер...
- Был тарихты беләһеңме әллә?
- Юҡ, минең әсәйем дә вафат булыр алдынан атайыма шулай тигән.
- Дөрөҫ, - ти уҡытыусы күҙенә эркелгән йәште һиҙҙермәй генә һөртөп һәм артабан дауам итә.
“Шулай итеп, ир үлемдән иҫән ҡала һәм ҡыҙын бер үҙе тәрбиәләй. Оҙаҡ йылдарҙан һуң, атаһы яҡты донъя менән хушлашҡас, ҡыҙы уның көндәлеген табып ала. Унда ошо һүҙҙәрҙе уҡый: “Сәйәхәткә сығыр алдынан уҡ ҡатынымдың ҡурҡыныс сиргә дусар булғанлығы билдәле ине. Уға оҙаҡ йәшәргә ҡалмағайны. Минең нисек уның урынына үлергә теләгәнемде бер Раббым ғына белә! Тик балам хаҡына быны эшләй алманым!”
Тарихты һөйләп бөтһә лә, кластың ҡымшанырға ла уйламауынан, уҡытыусы был ваҡиғаның кескәй йөрәктәрҙе тетрәндергәнен күрҙе. Ә иң мөһиме, балаларҙың беренсе тәьҫораттың ялған булыуын аңлауына һөйөндө.
Был риүәйәт беҙгә ни өсөн эштең, хәл-ваҡиғаның айышына төшөнмәй, кеше ҡылығының аңын-тоңон белмәй, хөкөм итергә ярамағанлығы хаҡында иҫкәртә...
Читайте нас: