Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Июль 2019, 16:10

Ике байрам бер юлы

Кеше тәбиғәте шундай: ниндәйҙер ваҡиға йәки тормошона үҙгәреш индерер алдынан ғөрәфәттәргә, йолаларға күберәк иғтибар итә. Бигерәк тә ғаилә ҡороу, туй көнөн билдәләүгә ҡағылышлы һынамыш-юрамыштарға ышаныусан. Кемдер, мәҫәлән, үҙенең бәхетле тип иҫәпләгән һан булған датаға тантананы тура килтерергә тырыша. Икенселәр оҙаҡ йәшәгән ғаилә парҙарының никахлашҡан көнөн һайлай. Шулай ҙа йәштәр араһында көндөң, айҙың һәм йылдың һандары бергә килеүе киң таралған.

2019 йылдың 19 июле лә бик күп йәш ғаиләләр өсөн иҫтәлекле булды. Был көндә район Хакимиәтенең ЗАГС бүлеге 9 парҙы теркәне. Бынан тыш алты ғаилә бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ алды. Бүлек хеҙмәткәрҙәре өсөн шәмбе лә бик ҡыҙыу үтте: 8 яңы ғаилә барлыҡҡа килде.
Мария Железнова һәм Андрей Бибиктың туй тантанаһы кәләштең өләсәһе менән олатаһының бергә йәшәүенә илле йыл тулған көндә үтте. Йәштәр ғүмерҙәренең ахыранаса һөйөнөстә лә, көйөнөстә лә бер-береһенә терәк булырға вәғәҙә биреп, балдаҡтары менән алмашҡас, залға Вера һәм Александр Железновтар инде.