ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Июль 2019, 19:38

Ә һеҙҙең балалар нимә уйнай?

Бәләкәй сағында, ҙурайғас кем булаһың, тигән һорауға яуап бирмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Теге йәки был һәләтте һиҙепме, әллә ҡыҙыҡ күрепме, өлкәндәр был һорауҙы беҙгә йыш бирә ине. Ҡыҙҙарҙың күбеһе - уҡытыусы, врач йә һатыусы, малайҙар тракторсы, водитель йә осоусы булырға хыяллана ине. Уйнағанда ла ошо һөнәр эйәләре булып уйнай инек. Үҙебеҙҙән кескәйерәктәрҙе һанарға, уҡырға өйрәтәбеҙ. Билдә ҡуйырға журналыбыҙ, таҡтаға яҙырға аҡбурыбыҙ, указкабыҙ була торғайны. Уҡытыусы булып уйнаһаҡ, мотлаҡ иренде ҡәләм йәки буяу менән ҡыҙылға буяйбыҙ, ауылда ирен буяған берҙән-бер кеше уҡытыусыны күргәнгәме, уҡытыусы фәҡәт ирен буярға тейеш, тип уйлағанбыҙ булһа кәрәк.

Бәләкәй сағында, ҙурайғас кем булаһың, тигән һорауға яуап бирмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Теге йәки был һәләтте һиҙепме, әллә ҡыҙыҡ күрепме, өлкәндәр был һорауҙы беҙгә йыш бирә ине. Ҡыҙҙарҙың күбеһе - уҡытыусы, врач йә һатыусы, малайҙар тракторсы, водитель йә осоусы булырға хыяллана ине. Уйнағанда ла ошо һөнәр эйәләре булып уйнай инек. Үҙебеҙҙән кескәйерәктәрҙе һанарға, уҡырға өйрәтәбеҙ. Билдә ҡуйырға журналыбыҙ, таҡтаға яҙырға аҡбурыбыҙ, указкабыҙ була торғайны. Уҡытыусы булып уйнаһаҡ, мотлаҡ иренде ҡәләм йәки буяу менән ҡыҙылға буяйбыҙ, ауылда ирен буяған берҙән-бер кеше уҡытыусыны күргәнгәме, уҡытыусы фәҡәт ирен буярға тейеш, тип уйлағанбыҙ булһа кәрәк.
Врач булып уйнаһаҡ, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән медицина ҡорамалдары эшләйбеҙ, укол яһайбыҙ, температура үлсәйбеҙ. “Ауырыу”, әлбиттә, арабыҙҙағы иң бәләкәсе. Уның бөтә роле ауырыуға һабышып ятыу, сөнки беҙгә, өлкәнерәктәргә, шулай уңайлы. Ята торғас йоҡлап китһә, тағы ла һәйбәтерәк - мыжыған кеше юҡ, иркенләп уйнайһың.
“Өй” яһап уйнамаған бала булмағандыр. Ултырғыстарҙы теҙеп йәки өҫтәлде карауат япмаһы менән ҡороп “өй” эшләйһең, ҡунаҡҡа саҡырышаһың. Өйҙө болартаһығыҙ тип әрләгән кеше юҡ, өлкәндәрҙең үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте. Пластилиндан йәки башҡа әйберҙәрҙән дә ҡурсаҡ яһап, төрлө ролле уйындар уйнаныҡ.
Бер ваҡыт “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан ҡатын-ҡыҙ һүрәттәрен ҡырҡып алып уйнарға ғәҙәтләнеп киттек. Урта һәм оло быуын гүзәл заттары хәтерләйҙер, журнал уртаһында кейем бесергә һәм тегергә өйрәткән ҡушымта була торғайны. Унда теккән әйбер ғәмәлдә нисек булырға тейешлеген күрһәтеп, уларҙы моделдәргә кейҙерә инеләр. Ана шул модель ҡыҙҙарҙы ҡырҡып алып уйнаныҡ. Уларҙың һынына ҡарап, кейем һүрәте төшөрәбеҙ ҙә, ҡырҡып “алмаш“ күлдәк әҙерләйбеҙ.
Әсәй-атай, йәғни ирле-ҡатынлы булып та уйнайбыҙ. Бындай уйындар ялҡытып ебәрһә, өйҙә булһаҡ, “Һәпәләк”, “Йәшенмәк” йәки башҡа зирәклеккә, отҡорлоҡҡа уйындар уйнаныҡ, тышта иһә туп тибәбеҙ, волейбол һуғабыҙ.
Яҙын йылға аръяғы ҡарҙан әрселеү менән күрше-тирәнең бөтә балалары шунда йыйыла. Һәр өйҙә дүртәр-бишәр, етешәр-һигеҙешәр бала. Кесерәктәр ҙурҙарға ҡарап, командала уйнарға, өлкәнерәктәр бәләкәйҙәрҙе, көслөләр көсһөҙөрәктәрҙе хәстәрләргә, ярҙам итергә өйрәнде.
Ә бөгөнгө балалар ниндәй уйындар уйнағанына иғтибар иткәнегеҙ бармы? Дөрөҫөн әйткәндә, уйнамайҙар бит улар. Хәҙер бөтәһенең дә өйөндә компьютеры, уйын приставкаһы, планшеты бар. Әсәй - компьютер, атай – ноутбук артында, балаһы – планшетта, телефонда ултыра. Һәр кем тыныс ҡына үҙ мөйөшөнә барып ултыра ла үҙ донъяһына сума. Иң мөһиме - бер кем дә бер кемгә лә ҡамасауламай: балаһы - ата-әсәһенә, ата-әсәһе - балаһына.
Балалар уйнаған уйынды атай-әсәй үҙе уйнап ҡарағаны бармы икән? Унда төҙөү, яһау, нимәлер эшләү кеүек ижадилыҡ талап иткәндәр бик һирәк. Күберәге - емереү, үлтереү, юҡ итеү, еңеү, ҡасыу, баҫтырыу, тотоу, атыу, ватыу бит уларҙың. Былар психик яҡтан нығынып өлгөрмәгән балаларҙа емереү, ватыу, еңеү, юҡ итеү кеүек теләктәрҙән башҡа бер нәмә лә тәрбиәләмәй. Ошоларҙы уйнағандарҙың күбеһе эргә-тирәһендәгеләргә тупаҫ, яндырай, тиҙ ҡыҙып барыусан, үсексән, түҙемһеҙ булыуы күҙәтелә.
Яңыраҡ балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән танышым балаларҙың командала уйнай белмәүе тураһында зарланып һөйләне. Коллективта уйнарға ҡайҙа өйрәнһен улар? Хәҙер бит ғаиләләрҙең күбеһе бер йәки ике генә балалы. Ҡайҙан һәпәләк, йәшенмәк уйнай белһендәр? Ысынъяһау итеп йыйыштырылған өйҙә нисек баҫтырыш уйнаһындар? Ҡайҙа инде ул күршенең балаһын индереп уйнатыу? Ҡиммәтле люстра ватылмаһын, затлы келәм, йыһаз бысранмаһын тиһәң, ысынлап та, иң яҡшыһы - балаларҙың компьютерға йәки уйын приставкаһына тексәйеп ултырыуы инде.
Эйе, балаларыбыҙ, һис шикһеҙ, алға ҡарап йәшәргә, заман менән бергә атларға тейеш. Ярай, беҙ уйнап үҫкән уйындарҙы уйнамаһындар ҙа, ти. Әммә 3-әр -4-әр сәғәт буйы компьютер уйыны уйнап ултырған бала һәр атай-әсәйҙе һағайтырға тейеш. Интернетта уйнап еңелеп, үҙ-үҙенә ҡул һалған үҫмерҙәр аҙ булманы бит...
Читайте нас: