ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Август 2019, 18:11

1 августан пенсия арттырылған күләмдә түләнә башлай

2018 йылда эшләгән республика пенсионерҙары августан арттырылған пенсия ала башланы. Рәсәй Пенсия фонды район-ҡала идаралығы эшләгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын яңынан иҫәпләү буйынса тейешле бөтә эште тамамланы. Эш биреүселәр уҙған йыл өсөн иҫәпләнгән иғәнә тураһында мәғлүмәттәрҙе ваҡытында тапшырҙы һәм Пенсия фонды уларҙы страховкаланған кешеләрҙең шәхси иҫәптәренә теркәне.

Яңынан иҫәпләү өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә эшләнде. Өҫтәмәнең күләме индивидуаль һәм эшләгән осорға, эш биреүселәрҙең Пенсия фондына күсерелгән страховка иғәнәһенең күләменә бәйле. Район-ҡаланың 5160 пенсионеры яңы күләмдә пенсия аласаҡ. Түләүгә сығымдарҙы финанслау тулыһынса тәьмин ителгән.
Пенсия график буйынса почта элемтәһе бүлексәләрендә 2-нән 24 авгусҡа тиклем түләнә. Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә күрһәтелгән ваҡытҡа күсерелә.
Елена МЯЧИНА, РФ Пенсия фонды идаралығы.
Читайте нас: