ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Август 2019, 19:48

Күтәренке аныҡ билдәле түләмәгә өмөт итә алғандарҙың исемлеге артты

Ауыл хужалығында эш стажы 30 йылдан кәм булмаған һәм ауылда йәшәгән эшләмәгән пенсионерҙар страховка пенсияһына 25 процент түләмә алырға хоҡуҡлы.

Ауыл хужалығында эш стажы 30 йылдан кәм булмаған һәм ауылда йәшәгән эшләмәгән пенсионерҙар страховка пенсияһына 25 процент түләмә алырға хоҡуҡлы.
25 июндәге РФ Хөкүмәт ҡарары буйынса инвалидность йәки ҡартлыҡ страховка пенсияға күтәренке түләмәгә хоҡуҡ биргән һөнәр, вазифа, производство исемлеге киңәйтелде һәм яңыртылды. Унда ауыл хужалығы техникаһын, ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү, ауыл хужалығы ҡеүәттәрен һаҡлау һәм хеҙмәтләндереү менән бәйле профессиялар керҙе. Бынан тыш, ауыл хужалығы етештереүселәре булған эшҡыуарҙар исемлеккә алынды.
Тулыландырыуға сәбәпле, Пенсия фонды страховка пенсияһына күтәренке аныҡ билдәле түләмә ала алғандарҙы билгертеү өсөн өҫтәмә эш үткәрҙе. Пенсионерға ғариза яҙыу мотлаҡ түгел, әммә етешмәгән ҡағыҙҙарҙы 2019 йылдың аҙағына тиклем алып барыусыларға аҡса быйылғы 1 ғинуарҙан яңынан иҫәпләнәсәк.
Мәләүез районының 1013 ауыл кешеһенә өҫтәлмә аныҡ билдәле түләмә түләнәсәк.
Читайте нас: