Гагарин урамында шәхси йортта йәшәгән ханым күршеһенең йорто уның участкаһында урынлашҡан тип иҫәпләй. Шул уҡ урамда йәшәгән хаҡлы ялдағы берәү шәхси йорт алдындағы юлға яҡын ерҙә сәскәләр үҫтерә, шуға ла хосусилаштырырға теләге бар, тик ул урамдың тар булыуы сәбәпле, ҡала администрацияһында ризалыҡ ала алмаған. Тағы бер мөрәжәғәт итеүсенең йорт эргәһендәге уртаҡ ихата техник паспортта теркәлгән, ә инвентаризация документтарында иҫәпкә алынмаған. Сираттағы берәүҙең гаражы ла, ундағы ере лә үҙ милке иҫәпләнә. Теләге - эргәләге майҙансыҡты гараж төҙөр өсөн рәсмиләштергеһе килә.
Етәкселек БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Мәләүез районы һәм ҡалаһы буйынса милеккә идара итеү комитеты рәйесе Ирина Мансурова, башҡа белгестәр менән берлектә мөрәжәғәт иткәндәргә төплө, ентекле яуап бирҙе.