Федераль льготаһы булған граждандар социаль хеҙмәт тупланмаһын ниндәй төрҙә алырға теләүен белдереп, 1 октябргә тиклем ғариза яҙырға кәрәк. Льгота формаһы һаҡланған осраҡта ғариза яҙыу кәрәкмәй. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙгәргән осраҡта Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Ғаризаны ведомствоның сайтына (
www.pfrf.ru) инеп, “Граждандың шәхси кабинеты” аша ла бирергә мөмкин.