ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Сентябрь 2019, 19:29

Нур сәскән кешеләр була

Күптән түгел үткәрелгән сара шуны тағы бер тапҡыр иҫбатланы. “Ауылым кешеләре сәскәләй нур сәсәләр” тип аталған байрамға тормош һәм хеҙмәт юлы менән күптәргә өлгө булған, төбәк тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхестәр йыйылғайны.

Иштуған ауылында ундайҙар бик күп

Күптән түгел үткәрелгән сара шуны тағы бер тапҡыр иҫбатланы. “Ауылым кешеләре сәскәләй нур сәсәләр” тип аталған байрамға тормош һәм хеҙмәт юлы менән күптәргә өлгө булған, төбәк тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхестәр йыйылғайны.

Биләмә хакимиәте башлығы Фәйрүзә Буранғолова ла үҙенең сығышында тораҡ пункты район, республика үҫешенә тос өлөш индергән эшһөйәр, намыҫлы, талантлы кешеләргә бай булыуын билдәләп үтте. Ауылдаштар менән осрашыуға Нәсимә Әлмөхәмәтова саҡырылғайны. Уны төбәктә генә түгел, ә республикала халыҡ медицинаһы ысулы менән дауалауы хаҡында беләләр. 93 йәш тулыуына ҡарамаҫтан, әле булһа мохтаждарға ярҙам итеүен дауам итә. Ижтимағи-мәҙәни үҙәк етәксеһе Урал Мөхәмәтшин был турала мауыҡтырғыс әңгәмә ҡорҙо.

Мәбүрә Талипованың сығышы ла ҡыҙыҡлы булды. Ул оҙаҡ йылдар ҡалала йәшәп, олоғайған көндә тыуған ауылына ҡайтып, яҡташтарын ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йәлеп итеүгә көс һалған. Өс йыл элек асылған мәсет тә ауыл халҡына, айырыуса йәш быуынға әхлаҡи-рухи тәрбиә биреү йәһәтенән ҙур роль уйнай. Баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәй ислам университетын тамамлаған Фрүзиә Туҡтамышева, ике уҡыу төркөмө йыйып, уларҙы ғәрәп графикаһына өйрәтә. Байрамда Фрузиә һәм Мәбүрә инәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Шулай уҡ ауылдаштары араһында колхозда тырыш хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған килендәштәр Шәрифә һәм Шәмсиямал Алтынбаевалар, башланғыс класс уҡытыусыһы булып хаҡлы ялға сыҡҡан Рәйлә Фаридонова тормош юлдары хаҡында бәйән итте. Бөгөн уларҙың бөтәһе лә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уңышына ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәй. Шәрифә инәйҙең ғаиләһе фотографияларҙан презентация әҙерләгәйне. Ейәнсәре Альбина туғандары тураһында айырыуса һөйөү менән һөйләне. Ә Алһыу өләсәһе хөрмәтенә бейеү, бүләһе синтезаторҙа матур көй бүләк итте. Рәйлә инәйҙең ҡыҙы балалары ла тамашасыны йыр-бейеүе менән һөйөндөрҙө.

Ауылда күпләп сәскә үҫтереп, үҙ ихатаһын, урамын йәмләгәндәр байтаҡ. Сара үткән көндә мәҙәниәт йорто фойеһында сәскә күргәҙмәһе ойошторолдо. Бик күп гөлләмә араһында Людмила Баязитова һәм Миләүшә Абдуллаеваның композициялары айырылды. Бынан тыш, фитнес клубы эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Бына өсөнсө йыл рәттән унда шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын нығыта, өмәләрҙә, концерттарҙа һәм башҡа сараларҙа ҡатнаша.

Иштуған ауылы “Айыҡ ауыл - 2019” республика конкурсында ҡатнаша. Был тәрбиәүи сараның әһәмиәте тураһында инициатива төркөмө етәксеһе Сәүиә Йәнбирҙина сығыш яһаны. Ул ауылдаштарын эскелек кеүек зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡотолорға, әүҙем сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы.

Байрамға килеүселәр өсөн ауыл, элекке “Урал” колхозы, мәктәп тарихы тураһында иҫтәлек һаҡлаған фотоальбом, Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөлөшө тураһында һөйләгән библиография күрһәткесе, урындағы шағирә Роза Хәмзинаның тормошо һәм ижады хаҡында күргәҙмә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Читайте нас: