Башҡортостан Республикаһының социаль өлкәләге инновация үҙәге үткәргән семинарҙа “Социаль эшҡыуар бул” программаһында проекттар тәҡдим ителде. Башта Ирина Абрамова сығыш яһап, социаль эшҡыуарлыҡ тураһында аңлатма бирҙе. Өфөлә, мәҫәлән, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, декрет ялында булғандар өсөн Юлия Федорова тегеү цехын асҡан. Социаль һәм реабилитация өлкәһендә “Русфарт” йәмғиәте уңышҡа өлгәшкән. Һөнәрселек кәсебе “Уник-Арт” артеле, “Ышаныслы ҡулдар” исемле өлкәндәр пансионаты, “Опека”геронтология үҙәге, диетик аҙыҡ-түлек етештергән Diet-Candy ойошмаһы, “Кулибин” оҫтаханаһы эшләй. Аҙаҡтан Мәләүез эшҡыуарҙарының социаль өлкәгә йүнәлтелгән проекттары ҡаралды. Улар араһында балалар блогерҙар мәктәбе, аҙыҡҡа бәйлелекте иҫкәртеү буйынса психология үҙәге,кескәйҙәрҙе тиҙ уҡырға өйрәтеү мәктәбе кеүек проекттар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.