Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Сентябрь 2019, 16:09

Күсмә ҡабул итеү

2019 йылдың 25 сентябрендә айырым категория граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Башҡортостан Республикаһы дәүләт юридик бюроһы” учреждениеһы белгесе Воровский урамы, 6 адресы буйынса (”Көнгәк” гәзите редакцияһы) күсмә ҡабул итә. Консультация ярҙамы алыу өсөн паспорт күсермәһе, граждандың ошо категорияға инеүе тураһында документы булыуы мотлаҡ. Ҡабул итеү ваҡыты иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем.

2019 йылдың 25 сентябрендә айырым категория граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында (аҙ килемлеләр, инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, СССР, РФ Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, РФ Хеҙмәт Геройҙары, инвалид балалар, йәтим балалар һәм уларҙың законлы вәкилдәре, суд ҡарары менән эшкә яраҡһыҙ тип табылғандар, ауыр тормош хәлендә ҡалғандар, страховка пенсияһы алған эшләмәгән пенсионерҙар, хәрби хәрәкәт ветерандары һәм унда һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары, сәйәси репрессияларҙа зыян күргән тип табылғандар, 14 йәшкә тиклем өс һәм унан күп бала тәрбиәләгән (18 йәшкә тиклем инвалид бала тәрбиәләүсе) ғаиләләр, Чернобыль атом станцияһы һәләкәтендә, “Маяҡ” етештереү берекмәһе аварияһында, Семипалатинск полигонында, шулай уҡ айырым хәүеф подразделениелары составында ядро һәм термоядро ҡоралын һынауҙа ҡатнашыусылар, СССР-ҙың, Рәсәйҙең Маҡтаулы донорҙары, фатир төҙөүҙән зыян күргән өлөшсөләрҙе “Башҡортостан Республикаһы дәүләт юридик бюроһы” учреждениеһы белгесе Воровский урамы, 6 адресы буйынса (”Көнгәк” гәзите редакцияһы) күсмә ҡабул итә.
Консультация ярҙамы алыу өсөн паспорт күсермәһе, граждандың ошо категорияға инеүе тураһында документы булыуы мотлаҡ.
Ҡабул итеү ваҡыты иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем.
Район Хакимиәте.

Читайте нас: