Конгэк
+7 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Сентябрь 2019, 19:45
Әсәлек капиталын баланы уҡытыуға тотонорға була
Рәсәй Пенсия фондының район-ҡала идаралығына Әсәлек капиталын балаһын уҡытыуға тотонорға теләгән 190 ғаилә ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Рәсәй Пенсия фондының район-ҡала идаралығына Әсәлек капиталын балаһын уҡытыуға тотонорға теләгән 190 ғаилә ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Идаралыҡ начальнигы Елена Мячина билдәләүенсә, закон тормошҡа ашырыла башлағандан алып, был маҡсатҡа бөтәһе 10 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелгән.
Әсәлек капиталы ярҙамында белем алыу процесының бөтә этабын да түләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Шул иҫәптән, кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына йөрөтөү, мәктәп программаһы буйынса түләүле хеҙмәттәр менән файҙаланыу, урта һәм юғары белем биреү йорттарында түләп уҡытыу һәм шулай уҡ студенттарға дөйөм ятаҡ өсөн түләү. Сертификатты теге йәки был баланың уҡыуы өсөн түләүгә икенсе йә унан һуң тыуған балаларға өс йәш тулғас ҡына тотонорға мөмкин. Мәктәпкәсә йәштәге белемгә генә ҡағылмай ул. Был осраҡта капиталды тотоноу өсөн балаға өс йәш тулғанын көтөргә кәрәкмәй.
Сертификатты тотоноуға ғариза менән йәшәгән урын буйынса Пенсия фонды идаралығына йәки күп функциялы үҙәккә, шулай уҡ “Граждандың шәхси кабинеты” йәки дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталы аша электрон төрҙә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Район-ҡалала 6,7 мең ғаилә Әсәлек капиталы алған, шуның 4,7 меңе уны тулыһынса тотонған. Уларҙың күбеһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлткән.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар