ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Сентябрь 2019, 17:11

Эш хаҡының минималь күләме билдәләнде

Хеҙмәт министрлығы эшкә түләүҙең минималь күләмен билдәләне.

Хеҙмәт министрлығы эшкә түләүҙең минималь күләмен билдәләне. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәтен көйләү буйынса Рәсәй өс яҡлы комиссияһы закон проектын хуплаған осраҡта, уны Дәүләт Думаһына ҡарауға индерәләр. 2020 йылда ул 12 130 һум тәшкил итә.


Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, минималь хеҙмәт хаҡы эшкә һәләтле кешенең йәшәү минимумына тиң булырға тейеш. Ул йылдан-йыл үҙгәреп торғас, йыл һайын киләһе йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен билдәләгән закон ҡабул итергә кәрәк. Бынан алдағы йылдың икенсе кварталы өсөн йәшәү минимумы нигеҙ итеп алына.


Быйыл икенсе квартал өсөн йәшәү минимумы 12 130 һум тәшкил иткәс, 2020 йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен дә ошо кимәлдә билдәләйҙәр.

Сәйер принцип, килешәһегеҙме, тимәк, икенсе йылда инфляция булмай, хаҡтар ҙа тешләшмәҫме икән. Эшләгән кеше тешләргә лә тейеш түгелме? Ял, йорт мөхитен яҡшыртыуға, кейем-һалым яңыртыуға тотонмаһаң, балаларың булмаһа, түләүҙән ҡалғаны ашауға ла етеүе ихтимал.
Читайте нас: