Өс йәшлек ейәнем менән автобус көтәм. Үҙәк урамдағы туҡталыш диуарында ниндәй генә яҙыу юҡ. Һүгенеү һүҙҙәре лә, һөйөүен белдергәне лә бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре бер нисә йыл тора инде хәҙер. Шулар араһында һәр ваҡыт бер яҙыу иғтибарҙы йәлеп итә. Балалар яҙыуына оҡшаған. Ҡара төҫтәге граффити. Уны ваҡыты-ваҡыты менән буяп та, ҡырып та маташалар. Әммә ул яңынан ҡалҡып сыға.
Ейәнем әлегә уҡый белмәй. Шулай ҙа бер аҙ ҡарап торғас: “Бында насар һүҙ яҙылған, тип уйлайым”, - тине. Ысынлап та, сатай-ботай һыҙғыланған яҙыуҙа наркотикка реклама яһала ине.
Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, ҡалала ла, уның ситендәге туҡталыштарҙа, бетон кәртәләрҙә бындай яҙыуҙы йыш осратырға була. Наркотикка ҡыҫылышы булмағандар уны, әлбиттә, үҫмерҙәрҙең әҙәпһеҙлеге йәки ғәҙәти вандализм тип кенә ҡабул итә. Ә инде психотроп матдәләргә бәйлеләр ошо ябай ғына күренгән яҙыу аша ағыу алырға була икәнлеген белә.
Уларҙы шулай уҡ кеше күп йөрөгән урындарҙа, студенттарҙың дөйөм ятағы янында күрергә мөмкин. Элекке кеүек наркомандар хәҙер ағыу һатылған притондар, йәшерен урындар эҙләп йөрөмәй. Уларҙы ҡулланыусылар тәү ҡарамаҡҡа ошо балаларҙыҡына оҡшаған яҙыу һәм унда күрһәтелгән телефон һандары аша заказ биреп кенә ала. Наркотик таратыу хәҙер, шулай итеп, башҡа хеҙмәттәр кеүек үк Интернет селтәренә күсте.
Яңыраҡ бер танышым подъездарында шикле кеше йөрөүе хаҡында шылтыратты. Асҡыс тишегенән уның үҙҙәренең почта йәшнигенә нимәлер һалыуын күреүе хаҡында әйтте. Полицияға шылтырат тип кәңәш биреп тә өлгөрмәнем, трубканың теге яғында тауыш тынды. Беҙ һөйләшкән арала икенсе берәү килеп, йәшниккә һалынған әйберҙе алып та киткән. Шулай итеп, телефон йәки Интернет аша бәйләнешкә инеп, төргәктең ҡайҙа һалыныуын һөйләшәләр һәм “электрон кошелек”ка аҡса күсерәләр.
Бындай юл менән наркотик таратыусыларҙы тотоуы еңел түгел. Әммә бергәләп көрәшергә була. Яңы барлыҡҡа килгән яҙыуҙы күргәс тә хоҡуҡ һаҡлау органдарына, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоусы федераль хеҙмәттең “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ коммуналь хужалыҡ хеҙмәтсәндәре яҙыуҙарҙы ваҡытында йыуып йәки буяп та үлем таратыусыларға ҡаршы көрәштә ярҙам итә ала.