Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Сентябрь 2019, 17:59

Пенсионерҙарға ташламалы хаҡтар

Ҡала ойошмалары 1 октябрҙә хаҡлы ялдағылар өсөн тауар һәм хеҙмәттәргә ташламалар тәҡдим итә.

Акцияла түбәндәге ойошмалар ҡатнаша:

- «Родник» сантехника магазины, Ленин урамы, 32 (10 процент);

- «Бумеранг» аяҡ кейеме магазины, Октябрь урамы, 5 (20 процент);

- «Айсберг» супермаркеты, Октябрь урамы, 16; ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамы, 1; Техник урамы, 20; Смоленск урамы, 39 (һөт, тәмәке һәм алкоголь продукцияһынан башҡа барлыҡ тауарҙарға 5 процент);

- «Сладкий сон» сауҙа комплексы, Ленин урамы, 107 (5 процент);

- «Айсберг» супермаркеттарындағы «Аҡтирмән» компанияһында етештерелгән «Талҡан», «Иртәнге аш», «Смузи» ризыҡтарына (10 процент);

- «Пульс - М» гәзитендә 30 сентябрҙән 1 октябргә тиклем шәхси иғлан биреүселәргә (50 процент);

- «Фантазия», Ленин урамы, 133, «Каприз», Октябрь урамы, 5 бөҙрәханаларында сәс киҫтереүгә (50 процент), «Ваниль», Ленин урамы, 152 (25 процент);

- «Ангелина» тегеү салоны, Ленин урамы, 3б (30 процент); «Центральный» сауҙа комплексы, Чернышевский урамы, 7 (30 процент);

- «Зожников» фитнес үҙәге, Док урамы, 24 (бөтә төр абонементтар һатып алыуға 20 процент);

- «Bodi Line» матурлыҡ һәм сәләмәтлек үҙәге, Док урамы, 24/1 (хеҙмәтләндереүҙең бөтә төрөнә 10 процент);

- «Здоровье» мунсаһы, Октябрь урамы, 3А (50 процент);

- «Ҡала кер йыуыу йорто», Дзержинский урамы, 3 (50 процент);

- «Мебель» магазины, Беренсе Май урамы, 18 (15 процент);

- «ЯрмаркаМебели» магазины, Заготсбытбаза майҙаны, 13 (18 процентҡа тиклем);

- «ЛюменГрант» сауҙа йорто, 31-се биҫтә, 4/1 (йорт йыһаздарына һәм люстраларға 18 прцентҡа тиклем);

- Ленин урамы, 133 һәм «Ирәмәл» сауҙа үҙәгенең 3 ҡатында урынлашҡан «Azon» кейем-һалым магазиндары (20 процент);

- Ленин урамы, 150 һәм «Ирәмәл» сауҙа үҙәгенең 3 ҡатында урынлашҡан «Каприз» кейем-һалым магазиндары (20 процент);

- Автомобиль келәмдәре етештереүсе «Eva Мелеуз» компанияһы, Һул яҡ яр урамы, 85, 2 ҡат (10 процент);

- «Мәләүез тәҙрәләр фабрикаһы» 30 сентябрҙән 1 октябргә тиклем пластик тәҙрә ҡуйҙырыусылар өсөн ҡулаҡса түләгәндә – 25 процент, бүлеп түләгәндә 10 процент ташлама тәҡдим итә.
Иғтибар! Ташламалар пенсия танытмаһы күрһәтелгән осраҡта ғына яһала.
Район Хакимиәте.
Читайте нас: