Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Сентябрь 2019, 18:16

2020 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арттырыла

2020 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы күләме 13 мең һумға артып, 466 меңгә етергә тейеш. Бөгөн әсәләргә 453 мең һум күләмендә аҡса бирелә.

2020 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы күләме 13 мең һумға артып, 466 меңгә етергә тейеш. Бөгөн әсәләргә 453 мең һум күләмендә аҡса бирелә. Был хаҡта хөкүмәт ултырышында премьер-министр Дмитрий Медведев хәбәр итте. Ошо маҡсатҡа ил бюджетына 316 миллиард һум аҡса һалынды.


Рәсәй Федерацияһы бюджеты тураһындағы законға ярашлы, алдағы өс йылда Рәсәй капиталының байтаҡ өлөшөн медицинаны үҫтереүгә һәм диспансерлаштырыуға йүнәлтәләр. Киләһе йылда Мотлаҡ медицина страховкалау фонды сығымдары яҡынса 2,4 триллион һум була.


Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостанда 12 меңдән ашыу ғаиләнең әсәлек капиталы аҡсаһын белем алыуға тотоноуы хаҡында хәбәр иткәйне. Шулай уҡ Рәсәй Хеҙмәт министрлығы икенсе балаһы тыуған ғаиләләргә ошо социаль ярҙам сараһының ваҡытын сикләмәү тәҡдимен индерҙе.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: