Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Октябрь 2019, 12:34
Күп балалы ғаиләләр Башҡортостандың иң матур урындары буйлап сәйәхәткә юллана
Башҡортостанда тревел шоу форматында «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» тигән яңы социаль проект башлана. Ойоштороусылар — Архангел районы хакимиәте һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Башҡортостанда тревел шоу форматында «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» тигән яңы социаль проект башлана. Ойоштороусылар — Архангел районы хакимиәте һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Тапшырыуҙар серияһының төп геройҙары — республиканың ишле ғаиләләре. Һәр сығарылышта ике ғаилә Башҡортостандың күркәм урындары буйлап сәйәхәткә сыға. Тәүгеләрҙән булып мажараларға һәм онотолмаҫ тәьҫораттарға ҡаршы Архангел районынан Семенчук һәм Бүләкҡоловтар ғаиләләре юллана. Проектты төшөрөү 4 октябрҙә башлана.
Тау йылғалары буйлап кәмәлә ағып төшөү, мәмерйәләргә инеү, республика халыҡтарының традицияларын өйрәнеү – тур ике көн генә дауам итә, был ваҡыт эсендә ғаиләләр үҙҙәренең берҙәмлеген һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтергә тейеш.
Еңеүселәр социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү ярҙамында билдәләнә, ә еңеүселәр ғаиләһенә Архангел районы хакимиәтенән бүләктәр тапшырыла.
Тревел-шоу дүрт миҙгел буйына бара — тамашасының республика туризмының төрлө төрҙәре менән танышыу мөмкинлеге бар. Проект экология һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеге темаһын күтәрә. Проект һәм унда ҡатнашыусылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Бәйләнештә» проекттың рәсми төркөмөндә танышырға була, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит