Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Октябрь 2019, 16:58
Башҡортостан Башлығы 2020 йыл башынан ветерандарға түләүҙәрҙе арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы
2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ветерандарға айлыҡ түләүҙәр арта. Республика Башлығы Радий Хәбиров түләүҙәрҙе индексациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Закон Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ветерандарға айлыҡ түләүҙәр арта.
Республика Башлығы Радий Хәбиров түләүҙәрҙе индексациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Закон Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында
баҫылып сыҡты
.
«Документҡа ярашлы, киләһе йылдың башынан сәйәси репрессияларҙан зыян күргән тип танылған кешеләргә түләүҙәр 553,28 һумдан 600 һумға тиклем арта, — тип хәбәр итте Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Реабилитацияланған кешеләргә айлыҡ түләүҙәр 659,68 һумдан 700 һумғаса; тыл эшсәндәренә — 415,15-тән 450 һумға тиклем; хеҙмәт ветерандарына 376,06 һумдан 400 һумғаса арта. Пенсия танытмаһына льготаға хоҡуҡ тураһында ҡушымтаһы булған хеҙмәт ветерандарына, шулай уҡ оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр 145,93-тән 200 һумға тиклем күтәрелә».
http://www.bashinform.ru/news/1362233-glava-bashkirii-podpisal-ukaz-ob-povyshenii-vyplat-veteranam-s-1-yanvarya-2020-goda/
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты