Конгэк
+17 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Октябрь 2019, 12:42
Ағас алыу хоҡуғына кем эйә?
Башҡортостанда өс һәм унан күберәк балиғ булмаған, инвалид балалы ғаиләләр, шулай уҡ урман тармағының 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәре йорт, башҡа ҡаралты төҙөү, уларҙың ремонтлау, йылытыу өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә.
Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты ултырышында хөкүмәттең законды парламентҡа индереүен билдәләне. Был норма ауыл ерендә йәшәгән һәм шәхси торлаҡ төҙөү, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларына эйә граждандарға ҡағыла.
«Өй һалыуға - 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем, өйҙө ремонтлауға - 5 йыл дауамында 25 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралты төҙөүгә - 5 йыл дауамында 50 кубометрға тиклем, ошондай ҡаралтыларҙы ремонтлауға - 3 йыл дауамында 15 кубометрға тиклем, йылытыуға йылына 20 кубометрға тиклем ағас бүлеү ҡаралған», - тип билдәләне министр урынбаҫары.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар