ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Октябрь 2019, 11:45

Балаға айлыҡ түләүҙәр күләме арта

2020 йылдан Рәсәйҙә беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр күләме арта.

2020 йылдан Рәсәйҙә беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр күләме арта. Быйыл илдә түләүҙәрҙең уртаса күләме 11,2 мең һумға тиң икән, киләһе йылдан, төбәккә ҡарап, ул яҡынса 12 мең һум була. 2020 йылдан йән башына уртаса килемдең ике йәшәү минимумы критерийы индерелә. Өҫтәүенә 2020 йылдан әлеге пособиеларҙы түләү ваҡыты балаға өс йәш тулғансы оҙайтылды. «Хәҙер Башҡортостанда пособиеның күләме - 9 182 һум. 2020 йылда ул 9 789 һумға», - тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Читайте нас: