1 октябрҙән страховка таныҡлығы, йәғни йәшел карточка урынына “Шәхси иҫәп системаһында теркәлеү тураһында белдереү” ҡағыҙы бирелә. Уны урындағы пенсия фонды идаралығында, күп функциялы үҙәктә йәки эш биреүсе аша алырға мөмкин. Рәсәй Пенсия фонды сайтының “Граждандың шәхси бүлмәһе”ндә йәки Дәүләт хеҙмәтенең берҙәм порталындағы электрон төрө ҡағыҙ белдереү көсөнә эйә.