ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2019, 16:27

Һөт кухняһы эшләй

Ҡалабыҙҙа льготалы категорияға ҡараған диетик туҡланыуға мохтаж балаларға бушлай эремсек, кефир, йогурт бирелә башланы.

Ҡалабыҙҙа льготалы категорияға ҡараған диетик туҡланыуға мохтаж балаларға бушлай эремсек, кефир, йогурт бирелә башланы.
Һөт кухняһының ҡала үҙәгендә, йәғни Ленин урамының 150-се йортонда урынлашыуы йәш ата-әсәйҙәргә бик уңайлы. Бинаға капиталь ремонт үткәрелгән, санитар нормаларға тап килә. Бөгөнгә 355 ғаилә менән баланы бушлай һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүгә килешеү төҙөлгән. “Һигеҙ айлыҡ улыбыҙға бына икенсе ай һөт продукцияһы алабыҙ. Бында барыһы ла тәмле һәм яңы“, - тип Рөстәм Сәйфетдинов үҙенең фекере менән уртаҡлашты.
Тулы ҡиммәтле сифатлы аҙыҡ Стәрлетамаҡ фабрика-кухняһында етештерелә. Ҡалаға аҙнаның шишәмбе, йома көндәрендә килтерелә. Льготалы категорияға ҡараған граждандарҙан тыш, һәр теләгән кешегә бында үҙенә оҡшаған һөт ризығы һатып алырға мөмкин. “Һөт кухняһы” дәүләт унитар предприятиеһы директоры Эльдар Сәйғафаров әйтеүенсә, улар Салауат, Ишембай, Күмертау, Сәрлетамаҡ ҡалаларындағы мохтаж ғаиләләрҙе тәьмин итә. “Республикала балалар өсөн махсус һөт продукцияһы Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ғына етештерелә, ноябрҙән - Нефтекама, Октябрьский, декабрҙән - Белорет, ғинуарҙа Сибайҙа һөт кухняһы эшләй башлаясаҡ. Беҙҙең “аҡ”ҡа бер ниндәй консервант, ҡушылмалар ҡатыштырылмаған”, - ти ул. Әйткәндәй, һаҡлау ваҡыты - 36 сәғәт. Бинала ҙур һыуытҡыстар урынлаштырылған.
Берҙәм һөт кухняларын булдырыу тураһында ҡарарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров йылдың беренсе яртыһында ҡабул иткәйне. Был хеҙмәттән алты айҙан өс йәшкә тиклемге балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр файҙаланырға хоҡуҡлы. Йыл аҙағына тиклем республикала ошондай 67 пункт булдырыла, унда 26 мең социаль яҡлауға мохтаж бала һөт продукцияһын аласаҡ.
Читайте нас: