Конгэк
+7 °С
Болотло
Telegram
ОК
VK
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Октябрь 2019, 19:18
Ҡарабойҙайға хаҡ артамы?
Тауар менән тәьмин итеүселәр Рәсәй ретейлерҙарын ҡарабойҙай ярмаһына һатып алыу хаҡтарын арттырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе. Был хаҡта ТАСС агентлығы ҙур етештереүселәрҙе берләштерә торған Рупродсоюз ойошмаһының башҡарма директоры Дмитрий Востриковка һылтанма менән хәбәр итә. “Сентябрҙән октябргә тиклем ҡарабойҙай ярмаһының бер килограмы 49 һумдан 53 һумға тиклем артты. Әммә күпләп һатыу динамикаһын иҫәпкә алған хәлдә, уның тағы ла артыуы мөмкин. Хаҡтар үҙгәрешен килештереүгә бәйле процестың шаҡтай оҙаҡ дауам ителәсәген күҙҙә тотһаҡ, беҙ хаҡтар үҫешенең ноябрь -ғинуар айҙарында күҙәтә аласаҡбыҙ”, - тип фаразлай Востриков.
Тауар менән тәьмин итеүселәр Рәсәй ретейлерҙарын ҡарабойҙай ярмаһына һатып алыу хаҡтарын арттырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе. Был хаҡта ТАСС агентлығы ҙур етештереүселәрҙе берләштерә торған Рупродсоюз ойошмаһының башҡарма директоры Дмитрий Востриковка һылтанма менән хәбәр итә.
“Сентябрҙән октябргә тиклем ҡарабойҙай ярмаһының бер килограмы 49 һумдан 53 һумға тиклем артты. Әммә күпләп һатыу динамикаһын иҫәпкә алған хәлдә, уның тағы ла артыуы мөмкин. Хаҡтар үҙгәрешен килештереүгә бәйле процестың шаҡтай оҙаҡ дауам ителәсәген күҙҙә тотһаҡ, беҙ хаҡтар үҫешенең ноябрь -ғинуар айҙарында күҙәтә аласаҡбыҙ”, - тип фаразлай Востриков.
Бөгөнгә бер килограмм ҡарабойҙай ярмаһының күпләп һатыу хаҡы уртаса 43 һум тирәһе тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта, ул сентябрҙә - 27, ә 2018 йылдың октябрендә 18-19 һум тора ине, тип иҫкәртте Востриков. Уның һүҙҙәренсә, сауҙа селтәрҙәре лә, етештереүселәр ҙә хаҡтың артыуы яғында түгел. Халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге түбән булыу ҙа хаҡтар үҫешен тотҡарлаусы фактор булып тора, тип билдәләп үтте ул.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар