Бөгөнгә ҡала-районыбыҙҙа 82 мең кеше йәшәй, шуларҙың 25 меңе ауыл ерендә төпләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика буйынса быйыл туғыҙ айҙа үлем һаны күрһәткесе тыуымға ҡарағанда күберәк. Район хакимиәте комиссияһы ултырышында үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин уның сәбәбен 1990 көрсөк йылдарында тыуғандарҙың һаны аҙ булыуы, үҙ нәүбәтендә, бала табыу йәшенә еткәс, хәҙер сабыйҙарҙың да аҙ тыуыуы менән аңлатты. Бындай күренеш Бөрйән һәм Әбәйәлил райондарында ғына күҙәтелмәй.
9 ай эсендә миграция ағымы бер аҙға кәмегән - 363 кеше (былтыр - 510).
Райондың социаль паспортына ярашлы, никах теркәү буйынса Мәләүез республикала - ун икенсе урында. Айырылышыуҙар һаны буйынса ла иң юғарыларҙың береһе.
Аборт эшләтеүселәр ҙә күп Мәләүездә. Миҫалға, Краснокама районында был аҙымға барыусылар бөтөнләй теркәлмәгән.
Район дауаханаһының матди-техник базаһын яҡшыртыу өсөн быйыл байтаҡ эштәр башҡарылған: 13 миллион һумға ҡорамалдар һатып алынған, яңы флюорограф өсөн 7 миллион һум бүленгән, балалар дауаханаһын ремонтлауға - 14,8, бала табыу йортона - 14,2 , лифт алмаштырыуға 3,8 миллион һум тотонолған.
Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү тураһында “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Эльвира Салауатова бәйән итте. Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы, һуҡырҙар ойошмаһы вәкилдәре төрлө йәмәғәт сараларында ҡатнашыуҙары, мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу хаҡында һөйләне. Мәшғүллек үҙәге учреждениеһы етәксеһе Иван Артемьев, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры Татьяна Снегова бушлай хеҙмәтләндереү, ташлама, ярҙамға мохтаждарға түләүҙәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар йәшәгән биналарҙың торошо тураһында отчёт яңғыраны.