ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Декабрь 2019, 13:37

Уйланырға урын бар

Демографияны яҡшыртыу маҡсатында төрө саралар күрелә.

Демографияны яҡшыртыу маҡсатында төрө саралар күрелә. Республикала ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамы ҡаралған, ләкин элек аҡса етмәй ине. Хәҙер ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамын арттырырға хәл ителде. 2020 йылда ошо маҡсатҡа өҫтәмә рәүештә 83 миллион һум бүленә, шуның һөҙөмтәһендә 3 меңгә яҡын бала тыуырға тейеш. Сират өс мең ҡатын-ҡыҙҙан нулгә тиклем кәмер тигән өмөт бар.

Былар, һис шикһеҙ, ыңғай күренеш, әммә шул уҡ ваҡытта тыуған балаларға, күп балалы ғаиләләргә етерлек иғтибар биреләме, әсәләргә тейешле шарттар тыуҙырыламы? Мәҫәлән, биш бала әсәһен хужа көйһөҙлөгө менән эштән бушатыу бер сиккә лә һыймай, минеңсә. Бындай осраҡта әсә, балаларын ташлап, суд юлын тапарға тейешме әллә Аллаһ тәғәлә хөкөмөнә тапшырырғамы? Демография тип трибуналарҙан саң ҡағабыҙ, миллионлап аҡса түгәбеҙ, ә ил киләсәге өсөн балалар тәрбиәләгән әсәләр яҡлауһыҙ ҡала. Уйланырға урын бар.
Читайте нас: