Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе - Әсә көнө күркәм байрам менән билдәләнде. Бик күптәнге булмаһа ла тормошобоҙҙа урын алып өлгөргән ул. Был датаның барлыҡҡа килеүе - әсәйҙәрҙе иҫкә алыу, иҫәндәрен ҙурлап, хөрмәтләп, уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары, йөҙҙәрендә ихлас йылмайыу күреү өсөн тағы бер сәбәп.
Мәләүез район-ҡала опека һәм попечителлек бүлеге ярҙамы менән “Души росинка” ғаилә клубы советы быйыл да тәрбиәгә балалар алған ғаиләләр өсөн ойошторолған күркәм сараға саҡырып, уларға хөрмәт белдерҙе.
Ошондай оло йөрәкле әсәләр йәше, характеры буйынса ла төрлө. Улар бөтәһе 86 кеше һанала. Гүзәл заттарҙың барыһына ла яуаплылыҡ, хәстәрлек, сабырлыҡ, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү, әлбиттә, балаларға һөйөү сифаттары хас.
Иллеләп кеше йыйылған сара йәмле “Смак” кафеһында (эшҡыуар О.Т. Придарина) үтте. Унда юбилей, байрам менән ҡотлауҙар яңғыраны. Ҡала мәҙәниәт һарайы артистарынан Ривал Мөхәмәтшин, Нәркәс Камалиева, Салауат Иҫәньюлов, Анатолий Самойлов, М. Буранғолов исемендәге китапхана хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдинанан музыкаль бүләктәр һәр кемдең күңел түренә барып етте. Ә инде балалар башҡарған йыр, бейеү, шиғыр әсәйҙәрен ҡыуандырыуы айырым бер йылылыҡ өҫтәне.
Әсәйҙәр тәмлекәстәр өсөн район-ҡала хакимиәттәренә, күркәм сара ойошторған ошо юлдар авторына, әүҙем йәмәғәтсе Гөлсөм Күсмәеваға, “Смак” кафеһы етәкселегенә, ҡала мәҙәниәт һарайы артистарына рәхмәтле.