Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Ғинуар 2020, 02:55
Минималь хеҙмәт хаҡы 977 һумға арта
Рәсәй президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен айына 12130 һум тип билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы.
Рәсәй президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен айына 12130 һум тип билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы.
Әлеге ваҡытта МРОТ — 11280 һум.
Был эш хаҡының, төрлө компенсацияларҙың һәм социаль түләүҙәрҙең артыуына килтерә. МРОТ күләме ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын түләүгә, йөклөлөк һәм бала ҡарау буйынса пособие күләменә йоғонто яһай.
Башҡортостанда 2020 йылдың 1 ғинуарынан эш хаҡының минималь күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 13 949,5 һум була. Әлеге ваҡытта республикала МРОТ – 12 972 һум. Шулай итеп, минималь хеҙмәт хаҡы 977 һумға арта.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты