Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте”ндә проблемалы йорттарҙы һалып бөтөү буйынса “юл картаһы”ның тормошҡа ашырылыу мәсьәләһе ҡаралды. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин мәғлүмәте буйынса бындай йорттар исемлегенә индерелгән 136 өйҙөң 51-ен Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандарҙы яҡлау буйынса фондтан финанслау күҙаллана. 23 йорт субсидия биреү буйынса килешеүгә индерелгән дә инде. Тағы ла 37 объектты республика финанс-иҡтисади схемаға ярашлы үҙ аллы төҙөп бөтәсәк.