Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Ғинуар 2020, 19:43

31 июлгә хәл итергә

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин 31 июлгә тиклем ҡануниәткә әсәлек капиталына ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерергә ҡушты. Путиндың йөкләмәләр тексында Рәсәй ҡануниәтенә балалы ғаиләләргә льготалы ипотека биргән банктар һәм Пенсия фондының территориаль органдары араһында «шул иҫәптән электрон үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу иҫәбенә» ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн үҙгәрештәр индерергә кәрәклеге тураһында әйтелә. Дәүләт башлығы шулай уҡ әсәлек капиталы программаһының кәмендә 2026 йылдың аҙағына тиклем оҙайтылыуы хаҡында һөйләне.
Фото интернеттан.
Читайте нас: