ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Март 2020, 14:42

Тарих асҡыстары улар ҡулында

Бөгөн Рәсәйҙә архивтар көнө билдәләнә.Архив эше ҙур түҙемлек һәм яуаплылыҡ талап итә. Бөгөн был өлкәләге белгестәр эш урындарында документтар менән ни тиклем дөрөҫ, һаҡсыл эш итә, киләсәктә меңәрләгән граждандарҙың пенсия, милеккә һәм башҡа хоҡуҡтары шунса яҡлаулы буласаҡ тигән һүҙ.

Архив эше ҙур түҙемлек һәм яуаплылыҡ талап итә. Бөгөн был өлкәләге белгестәр эш урындарында документтар менән ни тиклем дөрөҫ, һаҡсыл эш итә, киләсәктә меңәрләгән граждандарҙың пенсия, милеккә һәм башҡа хоҡуҡтары шунса яҡлаулы буласаҡ тигән һүҙ.
Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәтендә архив документтары менән эшләү электән юғары кимәлгә ҡуйылған. 23 йыл ауыл советында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Фирүзә Шаһманованың эшен дауам итеүсе эштәр идарасыһы Фатима Кантикова, белгес Эльза Татлыбаева был йүнәлештең ни тиклем кәрәкле икәнлеген яҡшы аңлай. Шуға күрә хужалыҡ китаптарын ваҡытында тултыралар, урындағы хакимиәт, совет документтарын эштәр алып барыу инструкцияһына, номенклатураға ярашлы булдырып, уларҙы һаҡлау, муниципаль архивҡа тапшырыуға ҙур иғтибар бирәләр.
- Ауыл советы документтарында һәр ғаиләнең тормошо, көнитмеше сағыла, - ти хеҙмәт ветераны Фирүзә Ғаяз ҡыҙы. - Бер бәләкәй генә хата ла артабан ошо документҡа мөрәжәғәт итеүсегә файҙа урынына зыян килтереүе бар. Шуға күрә эшләгән йылдарымда йыбанмайынса 1 ғинуарҙан, байрам көндәрендә үк, беҙҙең биләмәгә ҡараған ауылдарҙа һәр ихатаны йөрөп сыға торғайным. Һорашам, белешәм, теркәйем - ғаилә ағзалары, мал-тыуар, техника, ер майҙаны - ауыл хакимиәте белгесе ҡарашынан бер нимә лә ситтә ҡалырға тейеш түгел.
Ошо рәүешле тәфсирләп йыйылған мәғлүмәттәр тәү ҡарамаҡҡа ҙур әһәмиәткә эйә түгел кеүек күренә. Ысынында иһә, архив документтарына һорау йылдан-йыл арта. Быны район хакимиәтенең архив бүлеге етәксеһе Илмира Фәйзуллина ла раҫлай. Сағыштырмаса, бүлеккә 2001 йылда архив справкалары артынан 226 кеше мөрәжәғәт итһә, 2019 йылда - 5355. Башлыса граждандар пенсия, ер йәки йортҡа ҡарата милек хоҡуҡтарын барлағанда мөрәжәғәт итә. Һуңғы йылдарҙа гражданлыҡ хоҡуҡтарын тергеҙергә теләүселәр ҙә йышайған.
Ошондай ҡатмарлы, яуаплы эш менән мәшғүл һөнәрмәндәрҙе, өлкә ветерандарын профессиональ байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Көсөргәнешле, әммә һәммәбеҙгә кәрәкле эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: