Конгэк
-20 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Март 2020, 18:45
Өфөлә «Бәләкәй принцессалар балы» үтте
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм опекалағы балалар өсөн «Бәләкәй принцессалар балы» Каринэ Хәбирова башланғысы менән ойошторола башланы.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм опекалағы балалар өсөн «Бәләкәй принцессалар балы» Каринэ Хәбирова башланғысы менән ойошторола башланы.
Ул ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы район-ҡалаларҙа һәм баш ҡалала үтте. Өфөлә уҙған мәрхәмәтлек сараһында беҙҙең райондан бөтәһе дүрт бала ҡатнашты. Унан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән Азалия Зәйнәғәбдинова һәм уның әсәһе Гөлнур Сырлыбаева бүлеште.
Азалия, 7 йәш
:
Байрам ныҡ матур булды. Унда беҙ күмәкләп бейенек. Миңә таж кейҙергән саҡта ныҡ ҡыуандым, үҙемде ысын принцесса итеп тойҙом. Хыялдарым да тормошҡа ашты. Радий Хәбиров һәм Николай Валуев менән фотоға төштөм. Каринэ Хәбированы тик сәхнәнән генә күрҙем. Байрамда фокус күрһәтеү оҫтаһы ла бар ине. Һуңынан беҙ тамаша ҡараныҡ.
Гөлнур Сырлыбаева
:
- Бик юғары кимәлдә ойошторолған был сара балаларҙан бигерәк, уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн кәрәк. Үҙенсәлекле сабый тәрбиәләгәндәргә үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге лә булды унда. Бәләкәстәргә иғтибар бүлгәндәргә һәм байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит