ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Апрель 2020, 01:50

Һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулда

Илебеҙ генә түгел, тотош донъя ауыр осор кисерә. Беҙҙең ҡалала һәм районда коронавирус менән сирләүселәр әлегә теркәлмәгән, әммә был ҡурҡыныс һәм аяуһыҙ сирҙең ҡайҙан килгәнен һиҙмәй ҙә, белмәй ҙә ҡалаһың.

Илебеҙ генә түгел, тотош донъя ауыр осор кисерә. Беҙҙең ҡалала һәм районда коронавирус менән сирләүселәр әлегә теркәлмәгән, әммә был ҡурҡыныс һәм аяуһыҙ сирҙең ҡайҙан килгәнен һиҙмәй ҙә, белмәй ҙә ҡалаһың. Шуның өсөн һәр кемгә һаҡланыу зарур. Ай башынан уҡ Мәләүездә профилактик рейдтар башланды һәм бөгөн дә ул дауам итә. Патруль пост хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға йәмәғәт ойошмалары ла ҡушылды. Афғанстан ветерандары союзы рәйесе урынбаҫары Нурулла Шәрәфетдинов әйтеүенсә, был мөһим һәм кәрәкле эштән яугир-интернационалистар ҙа ситтә ҡалманы. Көн һайын иртәндән кискә тиклем улар полиция хеҙмәткәрҙәре менән урамға сыҡҡан кешеләр, бигерәк тә «комендант сәғәтен» боҙған өлкәндәр һәм балалар араһында, аңлатыу эше алып бара. Мәҫәлән, шәмбе көнө рейдта ҡатнашыусылар 9 өлкән һәм 5 балиғ йәшенә етмәгәндәр менән әңгәмә ҡорған, киҙеү тураһында бәйән иткән, илдәге хәл тураһында мәғлүмәт, статистика менән таныштырған. Шулай уҡ 4 кешегә административ протокол төҙөлгән.
Дауамы гәзиттең киләһе һанында
Читайте нас: