Бөгөн бөтә ил хәүефле осор кисерә.Тажлы вирус килеп эләкмәҫ тип береһе лә үҙенә гарантия бирә алмай. Ә был сир иң тәүҙә һаулыҡтары ҡаҡшағандарҙы аяҡтан йығырға ғына тора. Мәҫәлән, элекке наркомандарҙың унан ҡотолоуы бик икеле. Был турала Екатеринбургтағы аноним наркомандар төркөмөнөң ҡатнашыусыһы хәбәр итә. Киҙеү эләктереү сәбәпле, бер нисә кеше яҡты донъя менән хушлашҡан да инде.
Һуңғы ике аҙнала Мәскәүҙә мин белгән икәү вафат булды, - ти аноним. - Уларҙың береһе алты, икенсеһе - туғыҙ йыл наркотик матдә ҡулланмай ине, әммә ағыу сәләмәтлектәрен ярайһы ғына ҡаҡшатҡан. Тағы ла бер миҫал: бер танышым Испанияла йәшәй ине. Насар ғәҙәттән арынғас, тормошо алға табан тәгәрәне: ғаилә ҡороп тырышып донъя көтә башланы, үҙ эшен асты. Әммә... киҙеү эләктереп дауаханаға эләккән һәм беренсе уколдан һуң уҡ күҙҙәрен мәңгелеккә йомған. Төркөмдөң ҡайһы берәүҙәре был хәлде COVID-19 менән бәйле түгел тип иҫәпләй. Шулай ҙа статистика киреһен һөйләй: сәләмәтлеге ныҡ кешеләр генә яңы сиргә ҡаршы тора ала. Ә бөгөнгө наркомандарға килгәндә иһә, уларға һуғыш ни ҙә, сир ни - барыбер. Уларҙы бер генә проблема борсой: төймәләр йә укол булһа - яҡшы, булмаһа - нисек булһа ла табырға кәрәк, сөнки организм таптыра. Тажлы вирустың эргәлә һағалап йөрөүе тураһында улар уйлай тиһегеҙме?