- Бүлектә йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Бөгөн беҙҙең һөнәри байрам һәм беҙ уны, һәр ваҡыттағыса, эштә ҡаршылайбыҙ. Ауыр һәм яуаплы һөнәрҙе үҙебеҙ һайлағас, кәйефтең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, иң беренсе ярҙамға мохтаж кешеләр тураһында уйлау, уларға тиҙ ярҙам күрһәтеү - медиктарҙың төп бурысы. Көн һайын диспетчер телефонына 100-гә яҡын саҡырыу килә. Күптәр юғары ҡан баҫымы булһа саҡыра, бәхетһеҙ осраҡтар ҙа булып тора. Бына бөгөн ҡаланан дауаханаға бер ирҙе коронавирус сире менән килтерҙек. Күреүегеҙсә, үҙебеҙгә ҡурҡыныс янаған осорҙа ла беҙ эштә ҡалабыҙ. Башҡаса мөмкин дә түгел.
Автопаркка килгәндә, үткән йыл бүлеккә ике яңы реаномобиль алынғайны, тағы ла бүленер тигән өмөттәбеҙ. Проблемалар ҙа юҡ түгел. Бөгөнгө көндә, кадрҙар мәсьәләһе бик киҫкен тора. Үткән йыл һигеҙ йәш фельдшер килгәйне, бишәүһе китте, сөнки эш ауыр, күптәр түҙә алмай.
Һөнәри байрам булғас коллегаларым тураһында ла әйтеп үткем килә. Һәр кем үҙ вазифаһын белеп, ҙур яуаплылыҡты тойоп башҡара. Фельдшерҙар Нәзимә Әғзамова, Юлиә Кулешова, Лидия Прокудиналар оҙаҡ йылдар эшләй, йәштәргә ярҙам итә. Ҙур һәм татыу коллективта һәр кем үҙ урынында.