ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Июнь 2020, 16:30

Мәрхәмәтлек бүләк итеүсе

Кеше ғүмере бәхет-шатлыҡтан ғына тормай. Яҙмыш ҡушыуы буйынса яңғыҙлыҡҡа, бәләгә дусар ителгәндәрҙең ҡайһы берҙәренә социаль хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итергә лә тура килә. Тап ошо һөнәр эйәләре ярҙамы аша өлкән йәштәгеләр, инвалидтар, йәтим балалар һәм башҡа үҙен үҙе ҡарай алмағандар тормошҡа яраҡлаша, көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтә. Быйылғы коронавирус инфекцияһы менән бәйле ҡатмарлы ваҡытта ғына түгел, ә һәр осорҙа ла уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

Кеше ғүмере бәхет-шатлыҡтан ғына тормай. Яҙмыш ҡушыуы буйынса яңғыҙлыҡҡа, бәләгә дусар ителгәндәрҙең ҡайһы берҙәренә социаль хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итергә лә тура килә. Тап ошо һөнәр эйәләре ярҙамы аша өлкән йәштәгеләр, инвалидтар, йәтим балалар һәм башҡа үҙен үҙе ҡарай алмағандар тормошҡа яраҡлаша, көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтә. Быйылғы коронавирус инфекцияһы менән бәйле ҡатмарлы ваҡытта ғына түгел, ә һәр осорҙа ла уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.
Был өлкәлә осраҡлы кешеләр эшләй алмай. Фирҙәүес Исхаҡова быны күптән аңлаған. Уның өсөн социаль хеҙмәткәр һөнәр генә түгел, ә күңел торошо ла. Мәғлүм булыуынса, өлкәндәрҙең күбеһе ярҙамдан бигерәк йылы һүҙгә, дуҫтарса, туғандарса аралашыуға мохтаж. Шуның өсөн дә, тәү сиратта, улар менән уртаҡ тел табыу, ололарҙың ышанысын яулау мөһим. Был йәһәттән Фирҙәүес Рәфҡәт ҡыҙы ҡараған инәйҙәр-бабайҙар бик бәхетле, сөнки социаль хеҙмәткәр оло быуын вәкилдәренең өйөн йыйыштырып, тәртип булдырып ҡына ҡалмай, кәрәк сағында тынысландыра ла, йылы һүҙе менән йыуата ла белә. Уларҙың күңелен күтәреү өсөн ваҡытын да, аҡыллы кәңәшен дә йәлләмәй. Биргән йөрәк йылыһы йылдар аша үҙенә, балаларына әйләнеп ҡайтырына ышана. Шуға ла ул хеҙмәтләндергән кешеләре араһында ла, коллективында ла лайыҡлы абруй ҡаҙана. Намыҫлы эше бихисап маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Яңы ғына урынлашҡан һымаҡ күренһә лә, был өлкәлә эшләүенә аҙмы-күпме һигеҙ йыл үткән. Бөгөн Фирҙәүес Исхаҡова 62-нән 87 йәшкә тиклемге 17 кешегә, шул иҫәптән балалар церебраль фалижы менән ауырыған 18 йәшлек бер инвалидҡа ярҙам итә. Хеҙмәтләндергән кешеләре араһында утыҙ йылға яҡын коляскала йөрөгән ир ҙә бар.
  • Яҙмышына зарланмай, уның һәр ваҡыт күтәренке рухта булыуына, үҙен дә, өйөн дә тәртиптә тотоуына, ингән һәр кешегә ихласлыҡ күрһәтеүенә һоҡланам, - ти Фирҙәүес апай уның хаҡында. - Бүләк итеп бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белмәй, һаулыҡтары шап-шаҡтай булһа ла, төшөнкөлөккә бирелеп, бәрелеп-һуғылып йөрөгәндәрҙе күрһәм, уларҙы ошо уҙаман менән осраштырғым килә. Бәлки, тормоштарына ниндәй ҙә булһа һығымта яһар, ыңғай яҡҡа үҙгәрер ине, тип уйлайым.
  • Фирҙәүес Рәфҡәт ҡыҙының эшен яратыуы булмышында сағыла. Мохтаждарға файҙалы, кәрәкле була алыуына сикһеҙ шатлана ул. Ҡайһы берҙәренең ғаилә ағзаһына әйләнеп бөткән тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. “Ҡыҙым” тип кенә өндәшәләр уға, килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Хеҙмәтләндергән кешеләренең барыһы ла матур тормош юлы үткән, заманында намыҫ менән эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Шуға ла социаль хеҙмәткәр, улар бөтәһе лә бәхетле ҡартлыҡҡа лайыҡ, тип иҫәпләй һәм ҡулынан килгәнсә көндәлек тормоштарын еңеләйтергә тырыша.
    Читайте нас: