Конгэк
-3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Июнь 2020, 14:25

Мохтаждарға ярҙамдың яңы төрө

Республикала яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге граждандарҙың һәм инвалидтарҙың тормош сифатын күтәреү, уларҙың көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән төрлө саралар бойомға ашырыла. Ғаиләгә алыу - шуларҙың береһе. Мәғлүм булыуынса, ярҙамдың был төрөн ҡараған «Башҡортостан Республикаһында оло йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы ҡабул иткән ғаиләләр тураһында»ғы закон 2016 йылда ҡабул ителде. Өлкәндәрҙе ҡарауға алыу тәртибе ниндәй? Түләү күләме күпме? Район-ҡаланың “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Эльвира Салауатова ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.

  • Пенсионер йәки инвалидты ғаиләгә тәрбиәгә алыу - ул, тимәк, даими ҡарауға мохтаж кеше менән бергә йәшәү һәм дөйөм хужалыҡ алып барыу. Бындай төр ярҙамды 65 йәштән өлкән һәр кеше алырға мөмкин. Бының өсөн ғаилә булдырыу хаҡында килешеү төҙөү мөһим. Шуны ла әйтеп үтеү мөһим: яҡтар, йәғни оло кеше һәм уны тәрбиәләргә теләгән граждан туған булырға тейеш түгел. Ҡараған ғаилә дарыу саралары, көндәлек кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә, дауаханаға оҙатып йөрөй.
  • Ярҙамға мохтаж граждан аҫраусы ғаиләлә бер айҙан бер нисә йылға тиклем ҡала ала. Бының өсөн опекундарға ай һайын 6200 һум күләмендә түләү ҡаралған. Әгәр 80 йәштән олораҡ кешене йәки беренсе төркөм инвалидын алһа, закон тарафынан түләү 30 процентҡа арта һәм ул 8060 һум тәшкил итә.
    Йәшәү урыны теләк буйынса: был оло кешенең өйөндә булырға ла мөмкин, ҡабул итеүсе ғаилә уны үҙенең фатирына ла алып ҡайта ала. Тәрбиәгә һәр теләгән кеше ала алмай, әлбиттә. Шуға күрә үҙәк белгестәре бирелгән документтарҙы ентекле өйрәнә, таныша. Аҙаҡ аҫраусы ғаилә булдырыу мөмкинлеге тураһында хәл итә һәм килешеү төҙөй. Белешмәләр буйынса “Ғаилә” үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Док урамы, 11а. Телефоны: 8 (34764) 3-23-67.
    Читайте нас: