Документтар тулы булмау сәбәпле, түләү тәғәйенләмәгән осраҡта ғаризаны яңынан яҙыу хоҡуғы бирелә. Уның ҡайһы айҙа яҙылыуына ҡарамаҫтан, аҡса 1 ғинуарҙан билдәләнәсәк, әммә 2020 йылдың аҙағына тиклем өлгөрөү мотлаҡ. Шулай уҡ уға хоҡуғығыҙ раҫланыуы ла төп шарт булып тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был пособие аҙ килемле ғаиләләргә түләнә. Июль айында был аҡсалата түләүҙе 3 йәштән 7 йәшкәсә балалары булған, май-июнь айында ғариза биргән ғаиләләр аласаҡ.