ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Июль 2020, 17:05

Айлыҡ түләү кәмене!?

Һорау: Был айҙа социаль түләү кәм килде, балалы ғаиләләргә быйыл ярҙам бирлгәс, шатланған ғына инем, инвалидтар иҫәбенә түгелдер бит?Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге Мәләүез филиалы директоры урынбаҫары Татьяна Запрометова яуап бирә.Фото: lifedd.ru

Һорау: Был айҙа социаль түләү кәм килде, балалы ғаиләләргә быйыл ярҙам бирлгәс, шатланған ғына инем, инвалидтар иҫәбенә түгелдер бит?
Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге Мәләүез филиалы директоры урынбаҫары Татьяна Запрометова яуап бирә.
Башҡортостанда торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт сығымдарына айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) алыусылар июндә уның күләменең кәмеүен һиҙгәндер, әлбиттә. Былтыр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән 447-се ҡарарына ярашлы, йылылыҡ өсөн түләү миҙгелгә ҡарап билдәләнә, быға бәйле төрлөсә түләнә. Үткән йылдың 1 октябренән быйыл 31 майға тиклем йылытыу осоро стандарттарына нигеҙләнеп иҫәпләнде. Июндән йылылытыу миҙгеле араһы осоро стандарттары алынды, шуға күрә түләү ҙә кәмерәк. Ә көҙгә ул тағы ла күтәреләсәк.
Башҡортостанда 2009 йылдың 1 ғинуарынан айлыҡ аҡсалата компенсация социаль яҡлауға мохтаж граждандарға тәғәйенләнде. Һәр кешегә айырым иҫәпләнһә лә, һәр ғаилә ағзалаһына торлаҡ-коммуналь хеҙмәте хаҡының республика стандарттары, ҡулланыу нормативтары, муниципаль берәмектә билдәләнгән тарифтар иҫәпкә алына. Шулай уҡ ҡануниәттә ярты йылға бер түләү факты буйынса ҡайтанан иҫәп-хисап яһатыу мөмкинлеге ҡаралған.
Быйыл 1 июлдән Федераль законға яраҡлаштырыу маҡсатында айлыҡ аҡсалата компенсация биреү яңы тәртиптә башҡарыласаҡ. ЕДК торлаҡ-коммуналь хеҙмәте өсөн ғәмәлдә түләнгән сумманан, иҫәп приборҙары күрһәткестәренән сығып билдәләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта файҙаланылған хеҙмәт ҡулланыу нормативтарынан артыҡ булырға тейеш түгел.
Шулай итеп, 1 июлдән компенсация күләме һәр гражданға компенсация төрлөсә була. Ул ташлама категорияһы, торлаҡ төрө, майҙаны, теркәлгән бергә йәшәгәндәр һаны, иҫәп приборы булыу-булмауы, күп фатирлы йортта нисәнсе ҡатта йәшәүгә һәм, иң мөһиме, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә бурыстың юҡлығына бәйле.
Читайте нас: