Конгэк
-5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Июль 2020, 13:43

Федераль льгота алыусыларға

Социаль түләүҙәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, һәләк булған (үлгән) һуғыш инвалидтарының ғаилә ағзаларына, фашист концлагерҙары тотҡондарына, I, II, III төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға, шулай уҡ радиацияға дусар булғандарға ҡағыла.Фото:mypresentation.ru

Федераль льготаһы булғандарға социаль хеҙмәт йыйылмаһы ҡаралған. Уны үҙең теләгән төрҙә алырға була.
Социаль пакеттың хаҡы айына 1155,06 һум тәшкил итә, һәм шул иҫәптән:
  • 889,66 һум - кәрәкле дарыуҙар, медицина изделиелары, балалар өсөн махсус дауалау продукттары менән тәьмин итеү;
  • 137,63 һум – шифахана-курортҡа юллама биреү;
  • 127,77 һум – ҡала яны тимер юл һәм ҡала-ара транспортында дауаланыу урынына һәм кире ҡайтыуға юл хаҡы түләү.
  • Федераль льготаһы булған граждандарға социаль хеҙмәт тупланмаһын ниндәй төрҙә алырға теләүен белдереп, 1 октябргә тиклем ғариза яҙыу мотлаҡ. Льгота формаһы һаҡланған осраҡта ғариза яҙырға кәрәкмәй. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙгәргән осраҡта Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Ғаризаны ведомствоның сайтына (www.pfrf.ru) инеп, “Граждандың шәхси кабинеты” аша ла бирергә мөмкин.
    Читайте нас: