Конгэк
-16 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
13 Август 2020, 15:27

Кем хоҡуҡлы?

Мохтаж ғаиләләргә социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтелә. Социаль контракт - ул 3 айҙан 1 йылға тиклем граждан һәм социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге араһында төҙөлгән килешеү.

Адреслы ярҙамға үҙҙәренә бәйләнмәгән сәбәптәр буйынса килемдәре республикала билдәләнгән йән башына йәшәү минимумынан аҙ булған ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандар хоҡуҡлы. Социаль контракт - ул 3 айҙан 1 йылға тиклем граждан һәм социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге араһында төҙөлгән килешеү.
Контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам (АСПК) түбәндәге сараларға йүнәлтелә:
  • эш эҙләү;
  • һөнәри белем алыу йәки яңы һөнәргә өҫтәлмә уҡыу;
  • эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү;
  • шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу;
  • үҙмәшғүллек йәки башҡа эшмәкәрлек.
  • Хәҙерге көндә адреслы социаль ярҙам был йүнәлештәрҙең береһенә бирелә:
    эш эҙләү осрағында - эшкә урынлашҡан көндән 3 ай дауамында 10 434 һум түләнә, шулай уҡ закон буйынса 12 айға тиклем оҙайтыу мөмкин.
    һөнәри йәки өҫтәлмә белем алыуға – 30 мең һумдан артмаған күләмдә хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәргә уҡыу өсөн түләүгә бер тапҡыр, 3 дауамында ай һайын 10 434 һум ҡаралған.
    эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға – бер гражданға 100 мең һумдан артыҡ булмаған күләмдә бер тапҡыр бирелә, шул иҫәптән ҡорамалдар һатып алыуға, өҫтәлмә эш урындары булдырыу һәм уларҙы йыһазландырыуға.
    Килешеү буйынса адреслы ярҙам алыу өсөн ғариза һәм документтарҙы төрлө ысул менән тапшырырға була:
    - йәшәгән (барған) урын буйынса халыҡҡа социаль ярҙам йәки күп функциялы, шулай уҡ “Ғаилә” район-ара үҙәктәренә барып;
    – почта аша (законға ярашлы раҫланған ғариза һәм документтар күсермәһен билдәле хаҡ, исемлек һәм тапшырылыуы хаҡында белдереү ҡағыҙы менән);
    - https://gosuslugi.bashkortostan.ru/ дәүләт хеҙмәте төбәк порталы аша электрон төрҙә.
    Халыҡты социаль яҡлау үҙәге.
    Читайте нас: