Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Октябрь 2020, 14:37

Бәхетле балалар – лайыҡлы граждандар

Бала саҡ... был һүҙ иң яҡты, иң бәхетле, иң рәхәт осорҙо күҙ алдына баҫтыра. Вайымһыҙ саҡ, атай-әсәй ҡуйынында иркәләнеп, уйнап-көлөп үткән ваҡыт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йәмғиәттә икенсе төшөнсә лә йәшәй – төрлө сәбәп менән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар.

Төрлө сәбәп менән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға айырым иғтибар бирелә. Район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге уларҙың яҙмышын көйләү менән шөғөлләнә. Бүлек начальнигы Айгөл Айҙарбәкова мәктәптә тәжрибә туплаған педагог был ҡатмарлы бүлекте етәкләй. Бында сабыр, фиҙаҡәр, ысын мәғәнәһендә, кеше йәнле, сит балаларҙы үҙенекендәй хәстәрләй алған оло йөрәклеләр генә эшләй ала.
Ҡарауһыҙ ҡалғандарҙы ваҡытында асыҡлап, уларҙың яҙмыштарын һындырыуҙан, күңелдәрен яралауҙан ҡурсырға тырышабыҙ. Йәтим һәм ҡарауһыҙ балаларҙы урынлаштырыу өсөн ғаилә табыу, әҙерләү һәм иҫәпкә алыу, уларҙың хосусилаштырылған торлағын һаҡлап ҡалыу, ҡануниәткә ярашлы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе хәстәрләү - уларҙың бурысы.
Айгөл Салауат ҡыҙы ауыр хәлгә ҡалған һәр сабый өсөн күңеле әрней.
-Йәтим ҡалғандарҙы ят кешегә тәрбиәгә биреү – ихтыярһыҙлыҡтан тыуған талап, иң һуңғы сара. Баланың үҙ ғаиләһе булһа, иң беренсе, уны сәләмәтләндерергә, һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге ҡарамағындағы Балиғ булмағандарҙың эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау комиссияһы менән бергә ауыр хәлдә ҡалған балалар тураһында граждандарҙан килгән ялыу һәм план буйынса социаль хәүефле ғаиләләрҙең торлаҡ-көнкүреш шарттары тикшерелә. Тормош рәүешен үҙгәртергә теләмәгәндәр административ, енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм иткән саҡтар ҙа юҡ түгел. Быйыл 1 бала ҡарауһыҙ ҡалды, 5 балаға ҡарата 3 ата-әсәнең хоҡуғы сикләнде. Шул уҡ ваҡытта ике балалы ғаиләнең сикләнгән хоҡуғы тергеҙелде һәм кескәйҙәр тыуған йортона ҡайтарылды, - ти ул.

Читайте нас: