ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Декабрь 2020, 15:35

Теләктәр шыршыһы

Беҙ барыбыҙ ҙа Яңы йылда мөғжизә көтәбеҙ һәм ил етәкселеге быны ойоштороу маҡсатында " Теләктәр шыршыһы" акцияһы иғлан итте.

Беҙ барыбыҙ ҙа Яңы йылда мөғжизә көтәбеҙ. Балалар ғына түгел, олоғайғас та яңы йылды барыһы үҙгәрер, ауырлыҡтар, борсолоуҙар артта ҡалыр, хәҙер бәхетле, яҡшы тормош башланыр тигән өмөт менән ҡаршылайбыҙ. Ә, ысынында, әллә ниндәй ҡиммәтле бүләк тә кәрәкмәй, ихлас ихтирам, теләк мөһим, ҡәҙерлеләребеҙгә, яҡындарыбыҙға, тирә-яҡтағыларға иғтибар, йылы һүҙ, һөйөү бүләк итеп шатландыра алабыҙ. Ғаиләлә "Теләктәр шыршыһын" ойошторорға була.
Ә Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулыҡ үҙенсәлектәре булған оло йәштәгеләрҙең яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акцияға быйыл 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт бирҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ҡыш бабай булып, туғыҙ йәшлек Михаил Манулиндың электрон микроскоп, ә 15 йәшлек Роман Щекатуровтың өс тәгәрмәсле велосипед, 65 йәшлек Татьяна Буланинаның күптән ҙур экранлы планшет тураһында хыялын тормошҡа ашырыра. Республика етәксеһе «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡуйылған «Теләктәр шыршыһы»нан өс шар һайлап алды. Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акцияның сайтына теләктәр яҙылған 500-ҙән ашыу ғариза килде. Улар 28 февралгә хәтлем үтәлергә тейеш
Читайте нас: