Пенсионерға ни өсөндөр йәшәү өсөн күп кәрәкмәй тигән фекер йәшәй, бының менән һис тә килешеп булмай. Хаҡтарҙың күтәрелеүен иҫәпкә алһаң... ә квартплата нисек арта, йылылыҡ өсөн түләүҙе айырып ҡуйыу менән бөтә сығымды халыҡ елкәһенә һалырға булдылар - сүпрәлә ҡабарамы ни, ә ҡыш әллә ни тешен күрһәткәне юҡ әле. Бына республикала пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы дәүмәле 956 һумға артты. Хәҙер ул 8 649 һум урынына 9 605 һум булды инде. Пенсионерҙарға йәшәү минимумы пенсияға социаль өҫтәмә түләү билдәләү өсөн ҡулланыла. Уға пенсияһының күләме төбәктә пенсионер өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк тәшкил иткән эшләмәгән пенсионерҙар иҫәп тоторға хоҡуҡлы. Пенсияға социаль өҫтәмә күләме пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле һәм социаль ярҙам саралары менән бергә пенсия күләме айырмаһынан сығып иҫәпләнә.