Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
19 Ғинуар 2021, 14:45

Прививка эшләтергәме, әллә ауырып үткәрергәме?

Рәсәйҙә, шул иҫәптән район-ҡалала ла тажзәхмәткә ҡаршы прививка кампанияһы старт алыу менән күптәр ошо һорау алдында ҡалды. “Covid-19 яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын тик вакцина һалдырыу юлы менән генә туҡтатырға мөмкин, - ти үҙәк район дауаханаһы өлкәндәр поликлиникаһы мөдире Татьяна Холостова һәм вакцинаға ҡағылышлы халыҡ араһында иң йыш осраған бер нисә һорауға яуап бирҙе.

Прививканы ҡайһы ергә эшләйҙәр?
Уколды, башҡа вакциналар кеүек үк ҡулға яһайҙар. Уның урыны аҙыраҡ ауыртып торорға, ҡыҙарырға, бер аҙ ҡысырға мөмкин. Әммә ҡурҡынысы юҡ, ул махсус дауаламаһаң да тиҙ үтә.
Уны ни өсөн ике этапта яһайҙар?
Иммунизацияның бындай схемаһы донъяла яҡшы билдәле һәм бик һөҙөмтәле, тип иҫәпләнә. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике этапта эшләнеүе лә шунан сығып ҡабул ителде. Уларҙың араһы 21 көн. Тәүге доза тулыһынса эшләп етмәһә, икенсеһе уны гарантиялай.
Вакцинаның кире яҡтары бармы?
Кире яғына укол урыны һыҙлауын, баш, мускул, быуындар ауыртыуын, температура күтәрелеүен индерергә мөмкин.
Вакцина эшләткәс, битлек кейергәме?
Битлек режимын әлегә бер кем дә үҙгәртмәне. Һис шикһеҙ, барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәк. Шәхси гигиена талаптарын үтәү Covid-19 йоғошло сирен генә түгел, шулай уҡ киҙеүҙе, киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙы ла иҫкәртеүе билдәле.
Вакцина эшләтеүселәр араһында кире яғы күҙәтелмәнеме?
Районға бөтәһе 181 доза килде. Шуның 50-шәре – медицина һәм педагогия хеҙмәткәрҙәренә, 70-е – социаль хеҙмәткәрҙәргә, ҡалғаны социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларындағыларға яһалды. Прививка эшләткәндән һуң үҙен насар тойоп дауаханаға килеүселәр булманы. Шулай итеп, иң беренсе хәүеф төркөмөнә ҡараған һөнәр эйәләре вакцинацияланды. Артабан иһә теләк буйынса һәр кем яҙылып, вакцина эшләтә ала.
Прививка эшләтергә теләгәндәр ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейеш?
Вакцина эшләтергә теләгәндәр өлкәндәр поликлиникаһының прививка кабинетына һәм участка терапевына мөрәжәғәт итә ала. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34764)5-2017.
Читайте нас: