ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Февраль 2021, 13:37

Буласаҡ әсәләргә ярҙам

Ҡатын-ҡыҙ наҙлы, көсһөҙ зат булараҡ ҡылыҡһырланһа ла, гүзәл заттың рух, ихтыяр, хатта физик көсө хайран ҡалырлыҡ. Мөғжизәләрҙең мөғжизәһе – бала табыу. Сабыйын 9 ай күтәреү, яҡты донъяға тыуҙырыу осорондағы ыҙаларын, физик үҙгәрештәрҙе, кисерештәрҙе һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөкмө һуң!? Һәр әсә уны үҙе генә белә…Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙың хәлен аңлап, аҡсалата дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡарала.

Ҡатын-ҡыҙ наҙлы, көсһөҙ зат булараҡ ҡылыҡһырланһа ла, гүзәл заттың рух, ихтыяр, хатта физик көсө хайран ҡалырлыҡ. Мөғжизәләрҙең мөғжизәһе – бала табыу. Сабыйын 9 ай күтәреү, яҡты донъяға тыуҙырыу осорондағы ыҙаларын, физик үҙгәрештәрҙе, кисерештәрҙе һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөкмө һуң!? Һәр әсә уны үҙе генә белә…
“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙың хәлен аҙ булһа ла еңеләйтеү маҡсатынан аҡсалата дәүләт ярҙамы булдырмаҡсылар.
Башинформ хәбәр итеүенсә, Дәүләт Думаһының Башҡортостандан халыҡ һайланыусыһы Инга Йомашева ингән бер төркөм депутаттар ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға 20 мең һум түләү тураһында закон проектын әҙерләй. Уларға йыл ярым буйына айлыҡ түләүгә хоҡуҡ биргән махсус сертификат тапшырыу тәҡдиме менән сығыш яһай.
Был, һис шикһеҙ, демография торошона ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Әлегә документтарҙы яҙғы сессияға әҙерләйҙәр. Был бик кәрәкле аҙым, әлбиттә, депутаттарҙың күпселеге ир-егет булһа ла, аңлап хәл итерҙәр, тип ышанғы килә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: